Танылған ҡурайсы Азат Айытҡолов илдең баш ҡалаһында оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Ул Мәскәүҙә йәшәүселәрҙе икенсегә ҡурай серҙәренә төшөндөрҙө. Был сара башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә уҙҙы. Осрашыуҙа шулай уҡ яҡын киләсәккә бурыстар билдәләне. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналының киләһе репортажында.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРәсәйҙең баш ҡалаһында ҡурай моңы яңғырай. Күренекле музыкант Азат Айытҡолов Мәскәүҙә йәшәүселәрҙе башҡорт халҡының милли музыка ҡоралында уйнарға өйрәтә.
Хәйбулла районынан Иҙел Бохарбаев милли музыка ҡоралы тураһында ишетеп кенә белмәй. Ул башланғыс синыфтарҙа ҡурай түңәрәгенә йөрөгән. Әммә бөгөн бала саҡтағы белем генә етмәй, шуға ла тәжрибә туплау маҡсатында егет оҫталыҡ дәресенә килгән.
Мәскәүҙәге был сара башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә уҙҙы. Ошо уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре баш ҡалала йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән осрашты.
Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, исемле йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы менән дә тап килә. Маҡсат – халҡыбыҙҙың бай һәм үҙенсәлекле ижадын башҡа халыҡтарға тәҡдим итеү менән бер рәттән, федераль мәҙәни киңлектә яуланған позицияларҙы нығытыу.
Мәскәү ҡоролтайы исемле йылды презентациялау барышында үҙ тәҡдимдәрен дә индерҙе. Милләттәштәр йыл дауамында хеҙмәт династияларын данлауға ла ҙур иғтибар бүлергә, был юҫыҡта тарихи исемдәрҙе лә иҫкә алырға килеште.
Мәҫәлән, 18-се быуаттта Санкт-Петербургта Тау училищеһы асыуҙа һәм унда башҡорт балаларын уҡытыуҙа ярҙам күрһәткән билдәле меценат, мәғдән сәнәғәтсеһе Исмәғил Тасимов кеүек шәхестәрҙе. Тормош рәүеше быуаттар дауамында өлгө булып телгән алынған милләттәштәребеҙҙе халыҡ онотмай.
Илдар Байбулатов