Сибайҙа һары ҡар башҡаса яумаясаҡ

Сибайҙағы заводтың хәүефһеҙ булыуын өс лаборатория раҫланы. Уҙған йылда Сибай халҡы "Уралпромтехсервис" предприятиеһы янында һары  ҡарҙың кешеләр һаулығы өсөн зарарлы булыуы мөмкин тип хәүеф белдерҙе. Предприятиеның фильтрҙары таҙартылды һәм алмаштырылды. Һары ҡар өлгөлөре лабораторияла тикшерелде. Бөгөндән завод тулы ҡеүәтенә эш башлай. Һауаға бүленеп сыҡҡан матдәләр яңынан тикшереләсәк.