"Ҡанатлан" проектына ярашлы, 18 йәше тулмаған 1 мең 66 бала автомобиль йөрөтөү буйынса курсты уңышлы үтеп сертификат алған. Уның менән дәүләт автоинспекцияһына килеп имтихан тапшырырға һәм 18 йәш тулғас водитель танытмаһы алырға мөмкин. Быйыл тағы 700 уҡыусы ошо проектҡа ярашлы машина йөрөтөргә өйрәнә. Тик "бишле"гә уҡыусылар өсөн автомәктәптәрҙә 50 процентлыҡ ташлама ҡаралған.