Башҡортостандан Ханты-Мансы автономиялы округында вахта ысулы менән эшләп йөрөүселәр йәрәхәттәр алған. ТАСС агентлығы хәбәр итеүенсә, Сорғот районындағы ятҡылыҡта газ шартлаған. 4 кешенең тәне бешкән. Улар Башҡортостан һәм Мари Эл республикалары граждандары. Йәрәхәтләнеүселәр дауаханаға оҙатылған, ғүмерҙәренә хәүеф юҡ, хәлдәре уртаса, тип хәбәр итәләр Юграның Һаулыҡ һаҡлау департаментынан.