Бөгөн Өфө трамвайы 85 йыллығын билдәләй

1937 йылдың 1 февралендә  тәүге трамвай линияһы төҙөлөшө тамамлана, электр транспорты беренсе рейсҡа сыға. Тәүге маршрут Ленин урамында була. Бер нисә йылдан ул Черниковка заводтарына тиклем етә. Әле Өфө трамвайҙарының 97 проценты иҫкергән. Алдағы йылдарҙа уларҙы яңыртыу планлаштырыла. Быйыл шулай уҡ Өфөлә троллейбус йөрөй башлауға 60 йыл тулды.