Республика менән идара итеү үҙәге бер аҙнала халыҡтан 2 мең ярым мөрәжәғәт ҡабул иткән. Граждандарҙы борсоғон мәсьәләләр шул уҡ. Беренсе урында юлдар торошо. Һәр өсөнсө кеше урам-юлдар таҙартылмауға зарлана. Шулай уҡ вакциналау, биләмәләрҙе тәртипкә килтереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ темаһына мөрәжәғәттәр күп булған.