ПЦР-тест раҫланған осраҡта пациент эшкә барырға тейеш түгел

Был турала Һаулыҡ һаҡлау министрлығында уҙған брифингта тармаҡ министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова белдерҙе. Уның әйтеүенсә, сирләгән кеше был турала иң тәүҙә эш биреүсене йә иһә уҡыу урыны етәкселеген иҫкәртергә тейеш.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Сир билдәләре булыу-булмауға ҡарамаҫтан, сирләгән кеше өйөндә ҡалып, табип саҡыртырға бурыслы. Уға кәмендә ете көнгә хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ тураһында ҡағыҙ асыу мәсьәләһе хәл ителәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 26 ғинуарҙан илдә коронавирус менән сирле кеш менән контактта булған граждандар өсөн карантин ваҡыты 14 көнгә 7 көнгә тиклем ҡыҫҡартылды.

Гөлдәриә Йосопова