Башҡортостанда Бөтә Рәсәй «Стандарттар олимпиадаһы» үтәсәк

Илдең 9 төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда, старт алған «Метрологик белем биреү кластеры» федераль проекты сиктәрендә беренсе Бөтә Рәсәй «Стандарттар олимпиадаһы» үтәсәк. Өфөлә халыҡ-ара олимпиадала ҡатнашасаҡ илдең йыйылма командаһы тупланасаҡ.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Сарала Рәсәй тәүге тапҡыр ҡатнаша. Бәйгенең финалы 2022 йылда Көньяҡ Кореяла уҙыр, тип көтөлә. Олимпиаданың төп маҡсаты булып уҡыусыларҙа фәнгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, уларҙың ижади һәләттәрен асыҡлау тора. Уҡыусыларҙың ижади фекерләүе, инглиз телен белеү кимәле баһаланасаҡ.