Белорет районында йәшәүсе Вадим Ғәлиуллин коляска ярҙамында ғына хәрәкәт итә. Ғинуар башында ул бар мөлкәтенән дә яҙған. Документ, кейем-һалым һәм протездар бер нисә сәғәт эсендә юҡҡа сыға. Йорт хужаһының иҫән ҡалыуы – мөғжизәгә тиң. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТоронбаш һәм көл-күмер генә ҡалған ихатаны хәҙер инде ҡар баҫҡан. Көрт өҫтөнән коляскала ултырған Вадим Ғәлиуллин үҙаллы йөрөй алмай. 5 ғинуарға ҡараған төндә Аҙнағол ауылында йәшәүсе ирҙең өйө янып китә. Көйөк еҫенә уянып киттем, ишек яғы яна ине, тип хәтерләй ул. Ут ялмап алған өйҙән тәҙрә аша сығырға ҡатыны ярҙам иткән.
Тәүгеләрҙән булып зыян күреүсегә күршеләре һәм осраҡлы ғына үтеп барған егеттәр ярҙамға килә, дуҫтары йылы кейем алып килә. Әле Вадим Ғәлиуллин ҡатыны менән һеңлеһенең өйөндә төпләнгән.
Вадим Ғәлиуллин 10 йәшендә поезд аҫтына эләгеп аяҡһыҙ ҡала. Тормоштоң әсе-сөсөһөн татып өлгөрһә лә бер ҡасан да бирешмәй. Протездар ярҙамында йөрөргә өйрәнә, ләкин улары ла бар мөлкәте менән бергә утта янған. Ауылдаштары зыян күреүсене оҫта ҡуллы тип белә, ул телевизор, көндәлектә ҡулланыла торған техниканы ремонтлай.
Әле уттан зыян күреүсе бер ай тирәһе янғын һүндереүселәрҙән белешмә көтә. Шунһыҙ паспорт, ә паспортһыҙ протез юллау мөмкин түгел. Үҙ тормошон үҙе хәстәрләп өйрәнгән ир яңынан йорт һалып сығырға, яратҡан эшен дауам итергә ниәтләй. Ләкин быны үҙаллы ғына башҡарып сығыу – ҙур һынау. Экранда күрһәтелгән телефон һәм банк картаһы һандары аша теләгән һәр кем зыян күреүсегә матди ярҙам күрәһәтә ала.
Әлфинә Килдейәрова
2202 2009 7613 0235 БАНК КАРТАҺЫ