Башҡортостан Милли музейында «Бөрйән бал ҡорто»

Ошо исем аҫтында рәссам, Рәсәй художество академияһының почетлы ағзаһы Евгения Васильеваның күргәҙмәһе асылды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Үҙенсәлектәре буйынса уникаль тип иҫәпләнгән бөрйән бал ҡорто картиналар героиняһына әүерелгән. Республиканың төп символдарының береһе һаналған нәҙекәйбилдәр һәм Башҡортостан тәбиғәте менән илһамланған рәссам тиҫтәләгән картина ижад иткән. Экспозицияла һынлы сәнғәт, графика, фото һәм скульптура өлгөләре тәҡдим ителә.

Бынан тыш, Евгения Васильева картиналарҙың бер өлөшөн Милли музей фондына бүләк итте. Рәссам да иғтибарһыҙ ҡалманы, ул умартасының төп атрибуттары – махсус битлек һым төтәткес менән бүләкләнде. Башҡортостандың мәҙәниәт министры Шүлгән таш мәмерйәһе һүрәтенең күсермәһен иҫтәлеккә тапшырҙы. Шулай уҡ, күргәҙмәне асыу сараһында бөрйән балы дегустацияһы үтте. Күргәҙмә менән апрель аҙағына тиклем танышырға мөмкин.

Әгәр ҙә минең ижадым Башҡортостанға, «Апимондия» конгресына ҡыҙыҡлы булһа, эштәремдең ҡайһы береһен тәҡдим итергә әҙермен. Йәки айырым күргәҙмә ойошторорға ла мөмкин. Бының өсөн тағы эҙләнергә, тап Халыҡ-ара конгресс өсөн яңы рәсемдәр ижад итергә кәрәк буласаҡ.

Евгения Васильева, Рәсәй художество академияһының почетлы ағзаһы, рәсәй рассамдар ижады союзы ағзаһы

Әлфинә Килдейәрова