Әбйәлил районында яңы китаптың исем туйы үтте

Рысҡужа ауылы тарихы. Әбйәлил районында яңы китаптың исем туйы үтте.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Был баҫма – хеҙмәт ветераны Рәжәп Яҡуповтың күп йыллыҡ эҙләнеүҙәр емеше. Сифатлы итеп төпләнгән китапта ауыл тураһында тарихи материалдар тупланған. Унда төбәктә йәшәгән араларҙың шәжәрәләре, архив документтары, күренекле ауылдаштар, ветерандар хаҡында биографиялар менән танышырға мөмкин.

Рәжәп Хәлфетдин улы ауыл тормошондағы бер ваҡиғаны ла, бер яҡташын да иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫҡа тырышҡан. Сарала сығыш яһаусылар китаптың һәр уҡыусыға ла танһыҡ һәм татлы булыуын билдәләне. 100 дана менән донъя күргән баҫманың шулай уҡ үҫеп килгән йәш быуын өсөн әһәмиәте ҙур, ти ауылда йәшәүселәр.

Илдар Байбулатов