Хәйбулла районы Подольск ауылында үҫмерҙәр араһында хоккей турниры үтте

Уйын көсөргәнешле барҙы, дүрт команда беренселек өсөн көс һынашты. Һөҙөмтәлә Бүребай ауылы мәктәбе уҡыусылары еңеү яуланы. Спорт сараһы сиктәрендә иң яҡшы һөжүм итеүсе, һаҡсы һәм ҡапҡасы ла билдәләнде. Уларға диплом, миҙалдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Әйткәндәй, Подольскиҙа хоккей турниры икенсе йыл рәттән ойошторола, ул Чечняла хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған Ришат Кәримов иҫтәлегенә үтә. Уйынды ҡарарға мәрхүмдең яҡындары ла саҡырылды.

Гөлназ Хәйбуллина