Башҡортостанда эсәк инфекциялары менән ауырыу осраҡтары артҡан

Һаулыҡ  һаҡлау өлкәһен күҙәтеү  хеҙмәте  мәғлүмәттәре  буйынса  уҙған йылда 57 кешегә  ошондай  диагноз ҡуйылған. Уларҙың күбеһе - балалар. 2020 йыл менән сағыштырғандан сирлеләр һаны  7 тапҡырға күбәйгән. Бындай  хәл Волга буйы округының бөтә  төбәктәрендә  теркәлгән.