Уҙған йылда Сибай халҡы "Уралпромтехсервис" предприятиеһы янында яуған һары ҡарҙың кешеләр һаулығы өсөн зарарлы булыуы мөмкин тип хәүеф белдерҙе. Предприятиеның фильтрҙары таҙартылды һәм алмаштырылды. Һары ҡар өлгөлөре лабораторияла тикшерелде. Завод тулы ҡеүәтенә эш башлай. Һауаға бүленеп сыҡҡан матдәләр яңынан тикшерелде. Яңы фильтрҙарҙың 98 процентҡа һөҙөмтәле булыуы асыҡланды.