Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, эстакадалы был ҡоролма республикалағы иң оҙон күпер була. Яҡынса 3 километрлыҡ гидроҡоролма 72 терәккә таянып төҙөлә. Шул уҡ ваҡытта Өфө йылғаһынан теплоходтар йөрөй аласаҡ. Көнсығыш сығыу юлы проекты баш ҡала һәм республика өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Уның ярҙамында транспорт тығындарына бәйле мәсьәлә хәл ителә, шулай уҡ Өфө аръяғы тип аталған биләмә үҫешенә ҙур этәргес була. “ВТБ, ВЭБ.РФ һәм Башҡортостан концессия компанияһы менән берлектә башҡаралған Волга буйы федераль округындағы иң ҙур инфраструктура проектын ваҡытында, 2024 йылға тиклем тамамлай аласаҡбыҙ”, - тип яҙа Радий Хәбиров. Уны төҙөүҙә халыҡ фекере лә иҫәпкә алына. Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев әйтеүенсә, Көнсығыш сығыу юлы 2024 йылға тиклем файҙаланыуға тапшырыла.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт