Көнсығыш сығыу юлында Өфө йылғаһы аша күпер ҡороу башланды

Быуат төҙөлөшөндә йәнлелек. Көнсығыш сығыу юлы проекты сиктәрендә Өфө йылғаһы аша үтәсәк күпер буйға тарттырып шыуҙырыу алымы менән йыйыла башланы. Республика тарихындағы иң күләмле инфраструктура проекты үҫешендә яңы этап башланды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Төбәк башлығы Радий Хәбиров был ваҡиғаның мөһимлеген билдәләп, объект тулыһынса сафҡа индерелеү менән баш ҡаланың төп магистралдәренән транспорт ағымы кәмеп, Өфөнөң аръяғы үҫешенә этәргес бирәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Күләмле төҙөлөш ҡасан тамамланыр? Был турала киләһе яҙма

Аванбек тип аталған тарттырып шыуҙырыу конструкцияһы хәрәкәткә килгәндән һуң ғына, Өфө йылғаһы аша үтәсәк яңы күпер йыйыла башлай. Күсереләсәк металл ҡоролмаларҙың дөйөм күләме биш мең тоннанан ашыу. Карапты хәтерләткән ҡулайламаны икенсе яҡ ярға тиклем буйға этеү йүнәлеше билдәләнгән. Күләмле төҙөлөш эштәренә ниһайәт старт бирелде.

Тарттырыу механизмы эшкә килһә лә, аванбек бер урында ғына ҡалған кеүек. Шулай ҙа линейка ярҙамында үлсәп торғанда, конструкция урынынан ҡуҙғалыуын билдәләргә мөмкин.

Техник ҡулайламаның тиҙлеге түбән. Ун минутта иң күбе ун сантиметрға шыуа, тәүлегенә ун метрға тиклем күсә ала. Алдан иҫәпләүҙәр буйынса беренсе терәүгә яҙға ғына барып етер тип күҙаллана. Йыл аҙағына икенсе ярға тиклем металл ҡоролмаларҙы йыйыу тамамлана.

Тиҙҙән участкала тағы ла бер тарттырып шыуҙырыу конструкцияһы ҡорола. Эштәрҙең параллель рәүештә алып барылыуы объект төҙөлөшө ваҡытын күпкә ҡыҫҡартасаҡ. Саңғылар ғына ныҡ булһын.

Караптың капитаны ла бар. Геодезист Фәнис Шафин конструкция хәрәкәт иткәндә проект буйынса билдәләнгән параметрҙарҙың теүәл үтәлешен тикшерә.

Башҡортостанда иң оҙон ҡоролма. Көнсығыш сығыу юлындағы эстакадалы күперҙе яҡынса өс саҡрым арауыҡта 72 терәүҙә урынлаштырыу ҡаралған. Һыу баҫыу хәүефе булмаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта йылғала суднолар хәрәкәте лә сикләнмәйәсәк. Төҙөлөш эштәренә килгәндә, улар билдәләнгән график буйынса бара.

Республика тарихында бындай күләмле инфраструктура проекты тормошҡа ашырылғаны булманы. Финанслау, проект буйынса барлыҡҡа килгән барлыҡ мәсьәләләр тиҙ арала хәл ителә. Генераль подрядсы компания ла өҫтәмә юлдар төҙөлөшө буйынса барлыҡ теләктәрҙе иҫәпкә алды. Проект ысын мәғәнәһендә халыҡҡа ҡарата оло хәстәрлек менән эшләнә.

Александр Булушев, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры

Көнсығыш сығыу юлы – күп көс һәм хеҙмәт талап иткән проект. Бөгөнгә уның әҙерлек кимәле 35 процентҡа еткән. Объектта ике мең ярымға яҡын кеше эшләй, өс йөҙҙән ашыу ҡеүәтле техника йәлеп ителгән. Тоннелдың икенсе яғынан ут күренеүе лә - тау йырыусыларҙың оло ҡаҙанышы. Хәҙер икенсе осҡа бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ үтеп, төҙөлөш материалдарын ташырға мөмкин.

Алға китеш күренә. Республика ярҙамы менән тотороҡло финанслау бара. Былтыр ғына төҙөлөш-монтажлау эштәренә 9 миллиард һум аҡса йүнәлтелгәйне, быйыл был сумма 12 миллиард ярым һум тәшкил итер тип планлаштырабыҙ.

Асабали Закавов, Башҡортостан Концессия компанияһы генераль директоры

Яҡын киләсәктә, 2023 йыл аҙағына Өфөнөң Көнсығыш сығыу юлы сафҡа индерелер тип ышанабыҙ. Иҡтисади үҫешкә нигеҙ һалынасаҡ. Биләмәлә торлаҡ төҙөлөшөн әүҙемләштереү планлаштырыла. Алдан иҫәпләүҙәр буйынса, ул яҡынса ике миллион квадрат метр тәшкил итәсәк. Юл янында транспорт-логистика үҙәктәре лә барлыҡҡа килергә тейеш.

Мансаф Низакаев, Башҡортостандың транспорт дирекцияһы етәксеһе

Көнсығыш сығыу юлы теүәл утыҙ йыл элек төҙөлә башлағайны. Әммә финанслауҙа ҡатмарлыҡтар барлыҡҡа килеү сәбәпле, проект оҙайлы ваҡытҡа туңдырыла. Шул уҡ ваҡытта тоннель консервацияһына ғына миллиард һумдар бүленә. 2017 йылда инвесторҙар менән төҙөлгән концессия килешеүенә ярашлы төҙөлөш өлөшләтә тергеҙелә. Ике йылдан һуң Радий Хәбиров ВТБ банкы идаралығы рәйесе менән осрашыуында документ шарттарын яңынан ҡарап, республика өсөн уны күпкә отошлораҡ итеп үҙгәртә. Һөҙөмтәлә төҙөлөш тулы ҡеүәткә сыға.

Көнсығыш сығыу юлы проекты республика өсөн бик ҙур әһәмиәткә эйә. Уның ярҙамында баш ҡаланың төп магистралдәренән транспорт ағымын кәметеп, халыҡ телендә Өфө аръяғы тип исемләнгән биләмәне үҫтереүгә этәргес бирәбеҙ.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы

Көнсығыш сығыу юлынан үтеү түләүле буласаҡ. Еңел автомобилдәр өсөн хаҡы 150 һум тәшкил итәсәк. Шул уҡ ваҡытта чиновниктар яҡындағы ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн льготалар индерелеү ихтималлығын да билдәләй.

Гөлназ Хәйбуллина