Бөгөн Баҡалы районында теркәлгән аварияла 6 кеше зыян күргән

Бәләбәй- Туймазы -Баҡалы автомобиль юлында 14-се модель «ВАЗ» автомобиле «Лада Ларгус» ашығыс медицина ярҙамы менән бәрелешкән. Ҡотҡарыусылар ҡатындың ҡыҫылған аяғын сығарыуҙа ярҙам күрһәткән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә 34 йәшлек водитель һәм уның өс балаһы дауаханаға килтерелгән. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, реанимацияға һалынған әсә кеше бик ауыр хәлдә. Табиптар шулай уҡ 6 йәшлек малайҙың да хәлен ауыр тип баһалай. 14 йәшлек үҫмер еңелсә тән йәрәхәттәре алған.

Өсөнсө балаға һәм икенсе машинаның водителе менән пассажирына амбулатор тикшереү үткәрелгән. Әлеге ваҡытта юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәре асыҡлана.

Илдар Байбулатов