Ишембай дауаханаһының күҙ микрохирургия бүлеге офтальмологик лазер аппараты менән тәьмин ителде

Яңы медицина ҡоролмаһының күҙ ауырыуҙарын дауалауҙа мөмкинлектәре күп. Икенсегә теркәлгән катарактаға операция яһауҙа ҡулланыла. Шулай уҡ аппарат ярҙамында глаукома менән сирлеләргә юғары эске күҙ баҫымын иҫкәртеү һәм дауалауҙа хирургик процедура ойошторорға мөмкин.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Табиптар билдәләүенсә, пациент өсөн әмәлиәт бер ниндәй ауыртыуһыҙ һиҙелмәй үтә, реабилитация ваҡыты ла ҡыҫҡа. Әлегә бындай ҡоролма Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшереү институтында ғына бар.

Гөлназ Хәйбуллина