Таналыҡ йылғаһында ойошторолған сарала ике тиҫтәгә яҡын кеше көс һынашты, ҡатнашыусылар араһында Ырымбур вәкилдәре лә булды. Биләмәлә палаткалар ҡоролдо, мәкеләр уйылды.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЯрыш һөҙөмтәләре буйынса билдәләнгән ваҡытҡа иң күп балыҡ ҡармаҡлаусы тип Альберт Байбулатов танылды. Сара сиктәрендә гүзәл заттар ҡаҙанда балыҡ һурпаһын да әҙерләгәйне. Тәбиғәт ҡосағында өҫтәл ҡоролдо, самауыр сәйе ҡуйылды.
Гөлназ Хәйбуллина