Енәйәттә ғәйепләнеүселәр былтыр декабрь аҙағында ҡала үҙәгендәге кредит-финанс ойошмаға баҫып инә һәм ҡорал менән ҡурҡытып 4 миллион һумдан ашыу аҡсаны урлай.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтПолиция хеҙмәткәрҙәре һөжүм итеүсе ике кешенең Ижевскиҙа йәшенеүен асыҡлай. Оперативниктар Росгвардия менән берлектә уларҙы ҡулға ала. Тентеүҙәр барышында Калашников автоматы һәм урланған аҡсаларҙың бер өлөшө табыла.
Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡулға алыныусылар банкты талауға ентекле әҙерләнгән булған. Бының өсөн улар иҫке автомобиль һатып ала һәм ҡылынған енәйәттән һуң техниканы күрше биҫтәлә ҡалдырып ҡаса. Банк аҡсаһына һуңынан «Лада Приора» һәм «Шевроле Нива» автомобилдәре ала.
Әлеге ваҡытта ҡорал һәм транспорт саралары тартып алынған. Еңел табыш артынан ҡыуыусылар тикшереүҙәр уҙғарыу өсөн Өфөгә килтерелгән.