Быға тиклем беҙҙең телеканалда Туймазы районы Балтай ауылында йәшәүсе Илназ Дәүләтов тураһында репортаж сыҡҡайны. Ул юғары вольтлы конструкцияға эләккән тупты алам тип ҡулһыҙ ҡалғайны. Илназ күптән инде реабилитациялар үтеп өйөнә ҡайтҡан. Тик тормаҫ малай ай-ти технологиялар серҙәренә төшөнә. Ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтАяҡ бармаҡтары менән компьютерҙы тоҡандырып ҡына түгел клавиатурала яҙырға ла өйрәнгән. Сайт эшләүсе ҡатмарлы ҡушымталар телен Илназ яҡшы аңлай. Әле ул Интернет селтәренә үҙенең шөғөлдәре, көндәлек эштәре тураһында мәғлүмәт тултыра.
Дуҫтары менән уйнап йөрөгән Илназ Дәүләтов былтыр йәй электр трансформаторына эләккән тубын алам тип , 10 мең вольтлы токка һуғыла. Табиптар малайҙың ҡул суҡтары ныҡ зарарланыуын асыҡлай, шуға күрә уны апмутациялау ҡарар ителгән. Унан һуң Дәүләтовтар ғаиләһен оҙайлы реабилитация, протездар әҙерләү көтә. Әйткәндәй, 3 миллион һумдан ашыу торған протездарҙы эшләтеү өсөн аҡсаны тап интернет селтәре ҡулланыусылары, артистар, беҙҙең мәрхәмәтле телевизор ҡараусылар йыйырға ярҙам иткән.
Малайҙың социаль селтәрҙә блог асыуына әсәһе ыңғай ҡарашта. Ләкин уҡыуҙы ла оноторға ярамай. Быйылғы уҡыу йылынан алып Илназ өйҙә генә ултырып белем ала. Уның атаһы, математика уҡытыусыһы Марат Дәүләтов хәҙер инде бар фәндәр уҡытыусыһына әйләнгән.
Илназдың шәхси блогында яҡтыртылған темаларҙың береһе – футбол. Был шөғөл ярҙамында ул профессиональ футболистар менән дә таныш. Аргентина уйынсыһы Лионель Мессиның сәләм ебәреүен шатланып хәтергә ала. Ә февраль аҙағында "Зенит" командаһы Илназды Санкт-Петербургта үтәсәк матчҡа саҡырған.
Съемка ваҡытында йәш блогерға 10 меңенсе кеше яҙылыу билдәле булды. Ләкин иң мөһиме яҙылыусылар һаны түгел, ә күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, үҙеңдә көс табып һәр көнгә ҡыуанып йәшәүҙә.
Әлфинә Килдейәрова