57 процентҡа эшлектән сыҡҡан. Тиҙҙән Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы аша үткән иҫке күпер ике йыл ярымға реконструкцияға ябыла. Әлегә биләмәлә күләмле төҙөлөш эштәренә әҙерлек бара, ваҡытлыса терәүҙәр әҙерләнә. Ҡоролманы яңыртыу проекты менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина танышты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТуҡһанынсы йылдарға тиклем Өфөнөң көньяҡ өлөшөндә автомобиль хәрәкәтен Ағиҙел йылғаһы аша тик бер күпер генә көйләгән. Транспорт хәрәкәте артыу менән өҫтәмә ике ҡоролма төҙөлөшө ҡарары ҡабул ителә. Һуңғыһы былтыр ноябрҙә сафҡа индерелде. Алдағы утыҙ айҙа ла биләмәлә ҡеүәтле техника тауышы тынмаясаҡ. Иҫке күпер үҙенә иғтибар талап итә. Белгестәр билдәләүенсә, ҡоролманы файҙаланыу ваҡыты күптән үткән. Шуға ул һүтелеп, яңыртылырға тейеш.
Белгестәр 1956 йылда төҙөлгән күперҙең оло хәүеф тыуҙырыуын билдәләй. Өҫтөндә генә түгел, аҫтында ла йөрөү хәүефле. Ҡойолоп бара. Быға тиклем капиталь ремонт эштәре башҡарылған булһа ла, техник торошона бәйле эскпертиза һөҙөмтәләре ҡыуандырмай. Шуға күрә күперҙе файҙаланыуҙа сикләүҙәр ҡуйыла. Әйтәйек, 25 градустан түбән температура булғанда ябыу тәҡдим ителгән.
1 марттан иҫке күпер аша автомобиль хәрәкәте туҡтатылып, күләмле реконструкция башлана. Проектҡа ярашлы, ҡоролманың ике терәүен яңыртыу, ҡалғандарын нығытып ҡуйыу ҡаралған. Күперҙең өҫкө өлөшө лә заман талаптарына ярашлы үҙгәртеп ҡороласаҡ. Төҙөүселәр эш күләме ҙур булыуын билдәләй.
Иҫке күпер ябылғандан һуң, ҡалған ике ҡоролма аша баш ҡаланан сығыу һәм инеүгә ун һыҙат эшләйәсәк, уларҙың береһендә автомобиль хәрәкәте йүнәлешен үҙгәртергә була. Урындағы хакимиәт юлдағы хәлде контролдә тотасаҡ. Төҙөлөш эштәре Өфөнөң 450 йыллығына тамамланыр тип көтөлә.
Ағиҙел йылғаһы аша үткән иҫке күперҙең төп үҙенсәлеге ҡоршаулы арка Реконструкция ваҡытында ул да һүтелә. Шулай ҙа борсолорға урын юҡ. Көньяҡ ҡапҡа символы һаҡланасаҡ. Артабан ул декоратив ҡоролма итеп тергеҙелә.
Гөлназ Хәйбуллина