"Инцидент-менеджмент" системаһына бер йылда хужаһыҙ эттәргә бәйле ике меңдән ашыу мөрәжәғәт килгән

Был 2021 йылдағынан ике тапҡырға күберәк. Зарланыусылар һаны артыуы хужаһыҙ эттәрҙе үлтереүҙе тыйған федераль закон көсөнә инеүе менән аңлатыла. Был мәсьәлә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа ҡаралды. Башҡортостан муниципаль берәмектәр берлеге етәксеһе Вилорий Угаров һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Быйыл Өфөлә хужаһыҙ эттәрҙе аулау өсөн "Актив" компанияһы яуаплы. Көнөнә 50 эт аулайҙар. Улар Бөрөләге приютҡа оҙатыла. Әммә был учреждение 300 эткә генә иҫәпләнгән, яңы приюттар кәрәк. Компания етәксеһе Альбина Долматова шулай тип белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республикала 150 мең эт иҫәпләнә, уларҙың 100 меңенең хужаһы юҡ, урамда  йөрөйҙәр.