Был турала ул социаль селтәрҙә яҙа. 10 мең ауырыуҙы ҡабул итеү мөмкинлеге бар. Әлегә 2 мең 300 урын әҙерләнгән. Бынан тыш ошо айҙа Туймазыла госпиталь асыла, Сибайҙа дауахана төҙөлөшө дауам итә. Халыҡҡа ярҙам күрһәтеү өсөн поликлиникаларҙың эш сәғәте арттырылды, коронавирус буйынса Ситуация үҙәгендә операторҙар һаны 14-тән 124-кә еткерелде. Табиптарға һәм уларға ярҙам итеүселәрҙе ҙур рәхмәт, тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.