Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә 18 кешенең ғүмере өҙөлгән. Әле дауаханала 200-ҙән ашыу, өй шарттарында 8 меңгә яҡын кеше дауалана. Республикала халыҡты вакциналау дауам итә. Прививка алырға тейешлеләрҙең 89 процентҡа яҡыны иммунизация үткән, йәғни 2 миллион 216 меңдән ашыу кеше препараттың ике компонентын да яһатҡан. Ҡабаттан вакцина эшләтеүселәр ҙә арта. Әле 314 меңдән ашыу кеше икенсегә вакцина алған. Бөгөнгә 1 мең 600-гә яҡын бала “Спутник М” вакцинаһын эшләткән.