Мөрәжәғәт итеүселәр көндән-көн ишәйә, шуға ла көтөү ваҡытын кәметеү маҡсатында табиптар, студент-медиктар һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәре ярҙамға килгән.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспублика менән идара итеү үҙәгендә эшләүсе операторҙар коронавирусҡа бәйле проблемаларҙы хәл итеү һәм тейешле кәңәштәр биреү менән шөғөлләнә. Операторҙар эшмәкәрлеге менән БЮТ каналының ижади төркөмө танышты.
Һуңғы көндәрҙә ситуация үҙәге хеҙмәткәрҙәренең эше бермә-бер артты. Шуға ла медицина белеме һәм тәжрибәһе булған өҫтәмә операторҙар талап ителгән. Был турала ишетеү менән
Лилиана Дауытова шунда уҡ Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгенә килгән. Оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләгән ханым хәҙер мөрәжәғәт итеүселәргә үҙ кәңәштәрен еткерә.
Был телефон аша хулиганлыҡ түгел, ә сифат контроле. Шулай итеп кенә хеҙмәткәрҙәрҙең ни тиклем етеҙ эш итеүен тикшерергә мөмкин. Операторҙар һаны артыу менән көтөү ваҡыты байтаҡҡа кәмегән. 200 кешенән торған студенттар десантты медицина университетынан килгән.
5-6-сы курс студенттарының практикаһы йәйге осорға тура килә, әммә хәлдең киҫкенләшеүен иҫәпкә алып улар ашығыс рәүештә ҡыҙыу бәйләнешкә йүнәлтелгән. Берлектәге көс менән ҡабул ителгән мөрәжәғәттәр тәүлегенә 10 меңгә еткән. Өҫтәмә көстәрҙе йәйелдереүгә ике көн талап ителгән.
Билдәле булыуынса, ситуация үҙәге республика етәксеһе ҡушыуы буйынса 2020 йылдың 16 ноябрендә булдырылды. Ошо ваҡыт эсендә уның ҡыҙыу линия телефонына 450 меңгә яҡын мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Операторҙар иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем эшләй. Телефон һандарын әле һеҙ экранда күрәһегеҙ.
Илдар Байбулатов