Өфөнөң Затон ҡулсаһында хәрәкәт схемаһы үҙгәрәсәк

15 февралдән проблемалы һаналған участкала Пархоменко урамына сығыу юлы ябыла. Тик ваҡытлыса ғына, бер айға. Сара автомобилдәрҙең үткәреү мөмкинлеген арттырыу һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн күрелә. Былтыр ғына был урында 21 юл-траспорт осрағы теркәлгән, тиҫтәләгән кеше йәрәхәтләнгән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ҡулсаның бер өлөшө ябылыу сәбәпле, Галле ҡалаһы исемендәге урамдан Пархоменко урамына сығырға теләүселәргә Затон күпере аша урап килеү өсөн яҡынса 10 минутта өҫтәмә 6 саҡрым артыҡ юл үтергә тура киләсәк. Юлдар киҫелешендә светофор ҡуйыу транспорт хәрәкәтен тик ҡатмарлаштырасаҡ ҡына, ти белгестәр.

Затон ҡулсаһындағы юл участкаһы беҙҙең өсөн бик проблемалы. Мәсьәлә буйынса халыҡтан күп мөрәжәғәттәр һәм тәҡдимдәр ҡабул иттек. Боролош ябылыу сәбәпле, автоһәүәҫкәрҙәргә ғәҙәти маршруттарын үҙгәртеп, юлда йөрөүҙе алдан планлаштырырға тура киләсәк. Үҙгәреш һөҙөмтәләрен ай буйына күҙәтеп барасаҡбыҙ.

Ғәфүр Ҡылысбаев, Өфөнөң коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы етәксеһе урынбаҫары

Киләсәктә хәүефле участкала ике кимәлле юл үткәүеле төҙөү проблеманы хәл итер, тип көтөлә. Затон ҡулсаһындағы автомобилдәр хәрәкәтендә үҙгәрештәр әлегә тик эксперименталь рәүештә ғәмәлгә инә. Тәжрибә ыңғай һөҙөмтә биргәндә, аныҡ ҡарар ҡабул ителәсәк. Автоһәүәҫкәрҙәр араһында мәсьәлә буйынса төрлө фекерҙәр яңғырай.