Благовар районы Мирный ауылындағы фельдшер-акушер пунктында ла тәүге тапҡыр онлайн консультация бирелде. Республика кардиология үҙәге табибы видоэлемтә аша пациентты тыңланы. "Һаулыҡ һаҡлау тармағы өсөн мөһим ваҡиға. Бәләкәй ауылдарҙа ла сифатлы ярҙам алыу мөмкинлеге бар", тип хәбәр итәләр район хакимиәтенән.