Бөгөн Ҡытайҙа Ҡышҡы Олимпия уйындары старт ала

 Спорт байрамында  95 илдән 4 меңдән ашыу спортсы ҡатнаша, 15 төр буйынса 109 комплект миҙал уйнатыла. Рәсәй йыйылма командаһы составында 212 спортсы сығыш яһай. Ҡышҡы Олимпия уйындарын асыу тантанаһында Рәсәй Олимпиада командаһының байрағын конькиҙа йүгереүсе Ольга Фәтҡуллина һәм хоккейсы Вадим Шипачев тотоп үтә. Илдең Олимпия комитеты ошондай ҡарар ҡабул итте. Олимпиадала Рәсәй флагын күтәреү, гимнын уйнатыу тыйылған, спортсылар Олимпия комитеты флагы аҫтында сығыш яһай. Чемпион булһалар Чайковский көйө яңғырай. Ҡышҡы Уйындарҙы асыу тантаһы бөгөн киске биштә башлана.  Бөгөн хоккей буйынса ҡатын-ҡыҙҙар командаһы Швейцария хоккейсылары менән тәүге уйынын үткәрә. Милли команда данын яҡлаусылар араһында “Ағиҙел” клубынан 5 уйынсы бар.