Башҡортостандың өс дауаханаһында ковид менән ауырыған балалар өсөн бүлексәләр асыла

Был турала Һаулыҡ һаҡлау министры коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү буйынса оператив штаб ултырышында белдерҙе. Максим Забелин билдәләүенсә, уҙған аҙнала ауырыусыларҙың 110 процентҡа артыуы күҙәтелгән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Улар араһында балалар ҙа күп. Әммә әлегә мәктәптәрҙең барыһын да дистанцион форматҡа күсереү талап ителмәй. Кәңәшмәлә күтәрелгән көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов.

Республика поликлиникалары аҙнаның тәүге көнөн яңы эш режимы менән башланы. Хәҙер пациенттарҙы ҡабул итеү иртәнге сәғәт 8-се яртынан төнгө 10-ға тиклем дауам итә. Әммә тармаҡтың беренсел звеноһы бындай үҙгәрештәргә әҙер булмай сыҡты. Бигерәк тә халыҡ ағымынан Өфө, Иглин райондарында, Стәрлетамаҡ ҡалаһында көсөргәнешлек килеп тыуҙы.

Шулай ҙа студенттар һәм ординаторҙар ярҙамы менән бөгөн проблеманы хәл итеүгә өлгәшелгән. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин билдәләүенсә, ауырыусылар һаны буйынса төбәктә көн һайын яңы антирекорд теркәлә. Әммә сирләүселәрҙең күбеһе бөгөн өйҙәрендә дауалана.

Республикала йәшәүселәр ПЦР-тест һөҙөмтәләренең оҙаҡ килеүенә зарланған. Максим Забелин, тотҡарлыҡтарҙың тест алыу кимәленең ике тапҡырға арттырылыуы менән бәйләй. Әле лабораториялар тәүлек әйләнәһенә эшләй. Көсөргәнешле хәл ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгендә лә күҙәтелгән. Шылтыратыуҙарҙың ишәйеүен иҫәпкә алып Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса операторҙар күбәйгән.

Бөгөн мәктәп уҡыусыларының 1,9 проценты коронавирус менән ауырый. Тимәк, әлегә белем усаҡтарының барыһын да дистанцион форматҡа күсереү талап ителмәй. Бер үк ваҡытта айырым төбәктәрҙә, шул иҫәптән Өфөлә ҡатмарлы хәл күҙәтелә. Радий Хәбиров мәктәптәрҙе карантинға ебәреүҙе иң еңел ысул тип билдәләне. Шуға ла ул төбәк башлыҡтарына белем усаҡтарын ябыр алдынан ныҡлап уйланырға кәңәш итте.

Республика етәксеһе шулай уҡ йоғошло сирҙәр госпиталдәрен сафҡа индереүҙе тиҙләтергә ҡушты. Билдәле булыуынса яңы дауаханалар әлеге ваҡытта Сибайҙа һәм Туймазыла төҙөлә.

Республикала һынылыш осоро яҡынлаша. Бындай шарттарҙа идара итеү звеноһын һаҡлау мөһим. Шуға ла хеҙмәткәрҙәрҙе мөмкин тиклем ситтән торп эшләүгә күсерергә кәрәк, тине Башҡортостан башлығы.

Илдар Байбулатов