Фермерҙар 125 миллион ярым һум дәүләт ярҙамы аласаҡ

Башҡортостан фермерҙары проекты быйыл «Агростартап» программаһы буйынса 125 миллион ярым һум дәүләт ярҙамы аласаҡ. «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси хужалыҡтар башланғысына булышлыҡ итеү» милли проекты нигеҙендә һуңғы өс йылда ғына республикала 232 яңы фермер хужалығы булдырылған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы, ҡош итен, сыр, он һәм икмәк изделиеларын етештергән, йәшелсәлек менән булышырға теләгән фермерҙарға өҫтөнлөк бирә. Тармаҡтың был төр продукциялары бөгөн кибет кәштәләрендә юҡ кимәлдә.

«Агростартап» конкурсына документтар ошо айҙа башланыр тип көтөлә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән ведомствоның рәсми сайтында танышырға мөмкин.

Азат Ғәлиуллин