Ҡурсаҡ театры үҙенең 90 йыллығына иң сағыу спектаклдәр ҡурсаҡтарынан күргәҙмә ойошторҙо

Республика Милли музейында ҡурсаҡ театры сәхнәһендә ҡулланылған өс тиҫтәгә яҡын ҡурсаҡтар экспозицияһы асылды. Күргәҙмәгә ҡурсаҡ театры эшләй башлағандан алып, һуңғы премьералы спектаклдәрҙә уйнаған экспонаттар ҙа ҡуйылған. Экспозицияның беренсе стендында театрға нигеҙ һалған Мария Елғашинаның петрушка-ҡурсаҡтары күрһәтелгән. Уларҙың йәше йөҙгә етә, ти белгестәр.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Режиссер Владимир Штейн ҡуйған «Божественная комедия» һәм Сынғыҙ Айытматовтың «Аҡ пароход» спектаклдәренән ҡурсаҡтар коллекцияһы ла ҡәҙерле ҡомартҡы булараҡ һаҡланған. Был спектаклдәр бөтә донъя буйлап уңыш ҡаҙанып, театр коллективына ҙур еңеүҙәр алып килгән.

Күргәҙмәлә Тростлы, планшет, петрушка- ҡурсаҡтар, марионеткаларҙы күрергә мөмкин. Быйылғы ижад миҙгелендә театрҙа барған 60 спектаклдә 600 ашыу ҡурсаҡ ҡулланыла.

Гүзәл Борханова