Шаранда йәш рәссам Радик Үмәрғәлиндың күргәҙмәһе ойошторолдо

Шаран районының Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында йәш рәссам Радик Үмәрғәлиндың күргәҙмәһе ойошторолдо. Экспозиция Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына бағышланған. Күргәҙмәләге һүрәттәр барельефлы булыуы менән үҙенсәлекле.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бында «Хужабикә байрамға йыйына», «Партизан малай», «Ир ҡанаты ат була» картиналарын күрергә мөмкин. Сәнғәткә рәссам бар тормошон ижадҡа арнаған. Ул тыуған төйәк тарихын өйрәнә, боронғо йыһаздарҙы коллекциялау менән шөғөлләнә, Рәсәй эҙәрмәндәр отряды ағзаһы ла.