Бөгөн Пекинда Ҡышҡы олимпия уйындарын асыу тантанаһы үтә

Ә Рәсәй спортсылары Пекиндағы Олимпиада боҙонда тәүге еңеүгә иреште лә инде. Илдең ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы Швейцария дәғүәселәрен 5:2 иҫәбе менән еңде. Еңеүгә үҙ өлөшөн Өфөнөң «Ағиҙел» клубының бер юлы ике уйынсыһы индерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ҡапҡасы Мария Сорокина ни бары ике шайбаны үткәрһә, Анна Шибанова уйындың икенсе осоронда өсөнсө голды индерҙе. Иртәгә Рәсәй ҡыҙҙары киске сәғәт 7-се 10 минутта Америка командаһына ҡаршы уйнай. Иртәгә биотлонистарҙың ҡатнаш эстафетаһы ла уҙа. Уның составында яҡташыбыҙ Эдуард Латипов бар.