Башҡортостанда шәкәр диабетынан яфаланған балаларға ябай инсулин бүленә башлаған

Һайлау мөмкинлеге юҡ. Башҡортостанда шәкәр диабетынан яфаланған балаларға ҡәҙимге сит ил препараты урынына Рәсәйҙә етештерелгән инсулин бүленә башлаған. Ата-әсәләр араһында биоаналогҡа күсеүгә ризаһыҙлыҡ белдереүселәр бар. Өфөлә, хатта, пикеттар ойошторолдо.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ҡаршылыҡ акцияһына сығыусылар белдереүенсә, яңы препараттың клиник тикшеренеү һөҙөмтәләре билдәһеҙ, инсулинды ҡапыл алмаштырыу балаларҙың сәләмәтлегенә кире йоғонто яһау ихтималлығы бар тигән ҡарашта. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Айһылыу Ҡунафина ун йәшлек ҡыҙының ғүмере өсөн борсолоп, төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығы алдына пикетҡа сыҡҡан. Ҡатын билдәләүенсә, уҙған йыл аҙағынан алып балаһының йәшәү өсөн мөһим препараттар менән бушлай тәьмин ителеүендә ҡаршылыҡтар барлыҡҡа килә.

Табиптар рецебы буйынса тәҡдим ителгән Новоропид, Фиасп инсулиндары урынына Рәсәйҙә етештерелгән биосимиляр бүленә башлаған. Йәш әсә был күренешкә ҡырҡа ҡаршы. Препаратты ҡапыл алмаштырғандан һуң ҡыҙының сәләмәтлегендә кире үҙгәрештәр башланыр тип хәүефләнә.

Андрей Егорскийҙың улы ла шәкәр диабетының беренсе тибынан яфалана. Ир билдәләүенсә, РИНФАСТ тип аталған яңы препараттың клиник тикшеренеү һөҙөмтәләре билдәһеҙ. Шуға ул да быға тиклем бүленгән инсулинда ҡалыу яҡлы.

Биосимилярҙарға ҡарата һорауҙар күп. Улар нисек етештерелә, ниндәй компоненттарҙан тора – организмға тәьҫирен бөтөнләй белмәйбеҙ. Шуға яңы препаратҡа күсеү менән балаларҙа шәкәр диабеты компенсацияһы кире һөҙөмтәләр менән үтә башлар тип хәүефләнәбеҙ.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, препараттар шул иҫәптән инсулин электрон аукцион һөҙөмтәһендә үҙәкләштереп һатып алына. Ведомство 44-се федераль законға ярашлы эш итә. Кемгә, ниндәй составта препарат талап ителеүе тураһында техник задание төҙөлөп, дәүләт һатып алыуҙары ойошторола.

Конкурсҡа заявка ебәреүселәр араһында ғәҙәттә, препараттың хаҡы буйынса ҡыҙыҡлы тәҡдим яһаусы медицина компанияһы еңеп сыға. Был йүнәлештә Рәсәй етештереүселәре алдынғы урынды биләй. Льготалы категория граждандары торгта уңышлы сығыш яһаған компанияның дарыу препараттары менән генә тәьмин ителә.

Софья Алешина, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе

Башҡортостанда меңдән ашыу бәлиғ булмаған баланың шәкәр диабетынан яфаланыуы билдәле. Уларҙың күбеһендә сирҙең беренсе тибы асыҡланған. Инсулин ваҡытында ҡаҙалмаған осраҡта, кескәй организмға оло хәүеф янай. Шуға күрә йәшәү өсөн мөһим дарыу препараттары менән тәьминәт күҙәтеүсе органдар тарафынан да етди контролдә тотола.

Прокуратураға халыҡтан килгән мөрәжәғәттәргә ҡарағанда, төбәктә шәкәр диабетынан яфаланған балаларҙың тейешле дарыуҙар менән тәьмин ителеү мәсьәләһе киҫкен тора. Дәғүә белдереүселәр күп. Көсөргәнеш тулҡыны арта. Минеңсә, бында ғәҙел эш итергә кәрәк. Шуға күрә прокурорҙарҙы ҡәтғи саралар күреүгә йүнәлтәсәкбеҙ.

Игорь Пантюшин, Башҡортостан прокуроры

Ата-әсәләр тревога һуға. Бөгөн дарыуханала рецепт буйынса тәҡдим ителгән импорт препараттын бушлай түгел, хатта, аҡсаға ла һатып алып булмай. Кәштәләрҙән бөтөнләй юғалған. Өфө районынан Луиза Джагацпанян да йәш ярымлыҡ ҡыҙының сәләмәтлеге өсөн хәүефләнә. Сөнки инсулинһыҙ алманың бер өлөшөн генә тәмләп ҡарау ҙа реанимация менән тамамланыуы ихтимал.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы репортажда күрһәтелгән ғаиләләр менән бәйләнешкә инеп, һәр осраҡ буйынса тикшереү уҙғарырға вәғәҙәләне. Киҫкен мәсьәлә контролгә алынды.

Гөлназ Хәйбуллина