Башҡортостан спортсыһы Ҡышҡы олимпия уйындарында тәүге миҙал яуланы

Бөгөн биатлон буйынса ҡатнаш эстафетала Эдуард Латипов Рәсәй командаһы составында өсөнсө урынға лайыҡ булды. Яҡташыбыҙ һуңғы этапта йүгерҙе. Ул Александр Логиновтан эстафетаны беренсе булып алды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Әммә финиш алдынан Өфө биатлонсыһын Норвегиянан Йоханнес Бё менән Франциянан Кентен Майены уҙып китте. Һөҙөмтәлә Рәсәй йыйылма командаһы бронза миҙалға эйә булды. Ватандаштарыбыҙҙы һуңғы 8 йылдағы тәүге ҡаҙанышы менән социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.

"Биатлонсыбыҙ Эдуард Латипов Александр Логинов, Ульяна Ниғмәтуллина һәм Кристина Резцова менән берлектә эстафетаны бик шәп үтте һәм Рәсәй йыйылма командаһы составында бронза миҙал яуланы. Башҡорт биатлоны тәрбиәләнеүсеһе Эдуард Латиповты һәм легендар тренерыбыҙ Виктор Никитинды, шулай уҡ барыбыҙҙы ла ҡотлайым!" – тип яҙған республика етәксеһе.