Уҙған төндә Ғафури районы Табын ауылында көслө янғын сыҡҡан

Сәғәт икенсе 15 минуттар тирәһендә дежур бүлеккә Усольская урамында торлаҡ йорт яныуы турында хәбәр килә. Ғәҙҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ваҡиға урынына килгәс, бер ҡатлы кирбес өйҙөң яныуын күргән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ялҡын ярты сәғәт эсендә тулыһынса һүндерелә. Һуңынан емереклектәр араһынан 60 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған. Әлеге ваҡытта белгестәр янғын сәбәптәрен асыҡлай.

Үлемесле янғын бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә Мәләүез районы Васильевка ауылында ла теркәлгән. Ут эсендә 55 һәм 61 йәшлек ирҙәрҙең ғүмере өҙөлгән.