Һуңғы тәүлектә хәүефле вирусты тағы ла 1 845 кеше йоҡторған. Бөгөн стационарҙарҙа 242 кеше дауалана, уларҙың 185-е 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 37 пациенттың икәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 10 285 кеше амбулатор дауаланыу курсы үтә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТәүлек эсендә дауаханаларҙан 626 кеше һауығып сыҡҡан, 19 кеше вафат булған. Республикала халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау ҙа дауам итә. Бөгөнгә төбәктә 2 миллион 227 меңгә яҡын кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Был прививка эшләтергә тейешле халыҡтың 89,6 проценты.
Тәүлек дауамында медицина учреждениеларына вакцина ҡаҙатырға теләп – 9 375 кеше мөрәжәғәт иткән.