Сауҙала ауыл хужалығы тауарҙары

Сифатлы һәм экологик яҡтан таҙа продукция тәҡдим итеүсе йәрминкәләр баш ҡаланың өс майҙанында ойошторолдо. Спорт һарайы алдындағы сауҙа рәттәрендә беҙҙең ижади төркөм дә булды. Йәрминкәләге аҙыҡ-түлек хаҡтары менән хәбәрсебеҙ Гүзәл Борханова ҡыҙыҡһынды. Был хаҡта киләһе яҙмала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Клара Талипова һатыу иткән нөктәне бик һирәктәр урап үтә. Ханым икмәк һәм ҡамырҙан бешерелгән тәмлекәстәр менән сауҙа итә. Ул шәмбе һәм йәкшәмбе көндәре иртәнге 10 көндөҙгө 4-кә тиклем сауҙа итә.

Ҡандрала бешерелгән икмәк янынан халыҡ өҙөлмәй. Ҡала кешеләре ҡайҙа тәмле икмәк һатылыуын яҡшы белә.

Айһылыу Ғәлләмова Кушнаренко районы Шәрип ауылынан йәрминкәгә һөт, эремсек, ҡаймаҡ килтергән. Һөттөң литрын 42 һумдан тәҡдим итеп, көнөнә 450 литрҙан ашыу һатып өлгөрә. Ял көндәрендә 600 литрға яҡын һөт үтә.

Лилиә Мәһәҙиева ғаиләһе менән Ауырғазы районы Солтанморат ауылында шәхси хужалыҡ тота. Мәһәҙиевтар йыл һайын һигеҙ баш мал алып, һимертеп һатыуға сығара.

Һатып алыусылар ауылда үҫтерелгән иткә хужалары ҡуйған хаҡтан кәмерәк аҡса түләмәү яҡлы, сөнки мал тәрбиәләү өсөн сығымдар һәм ҡара тырышлыҡ һалырға кәрәк, тигән фекерҙәләр.

Йәрминкәгә итте һатыуға сығарыу өсөн фермерҙер тейешле ветеринар анализ тапшырырға тейеш. Был ҡәтғи талаптарҙы үтәгәндән һуң уларға куар-кодтар менән рәсми документтар бирелә.

Меркурий системаһы буйынса эшләү ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр, күҙәтеү органдары өсөн уңайлы. Был саралар бөтәһе лә һатып алыусыларҙың хәүефһеҙлеген һәм сәләмәтлеген хәстәрләү маҡсатында үтәлә.

Өфө халҡы күпләп ит, көнбағыш майы, бал, көртмәле, һырғанаҡ һатып алды. Респиратор сирҙәр күпләп тралған миҙгелдә, ҡара торна менән һатыу иткән нөктәнән дә халыҡ өҙөлмәне.

Баҙарҙа хаҡтар артыҡ тешләшмәне. Һатыусылар барлыҡ эпидемиологик талаптарҙы үтәп эш итә. Йәрминкә йәкшәмбе лә иртәнге сәғәт ундан көндөҙгө дүрткә тиклем эшләй.

Спорт һарайы алдындағы йәрмикәлә 43 ашыу һатыу нөктәһендә сауҙа йәйелдерелгән. Ит, йәшелсәләрҙән тыш, Ағиҙелдә ауланған 13 килограммлыҡ йәйен балығын да килограмын 350 һумдан һатып алырға мөмкин ине.

Гүзәл Борханова