Республикала 31 мәктәп бер аҙнаға дистанцион форматта уҡытыуға күсерелде

Бындай шарттарҙа уҡытыуға күсеүгә СOVID-19, киҙеү һәм киҫкен респираторлы вирус инфекцияларының таралыуы сәбәпсе. Сирләгән уҡыусылар 20 проценттан ашҡан 130 мәктәп карантинға ябылған. Дистанцион белем биргән уҡытыусылар, он-лайн форматта уҡыусы балалар һәм уларҙың ата-әсәләре менән БЮТ каналының ижади төркәмө лә осрашты. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Өфөнөң 58- се белем биреү учреждениеһында дәрестәр 1 февралдән дистанцион форматта үтә. Уҡытыу алдан билдәле дәрестәр теҙмәһе буйынса алып барыла. Һәр уҡытыусы балаларһыҙ бушап ҡалған кластарҙа 40 минут дауамында он-лайн форматта дәрес бирә.

Беҙ 1 февралдән алып 7-нә тиклем дистанцион форматта эшләйәсәкбеҙ. Дәрестәр расписание буйынса алып барыла. Уҡытыусылар үҙ эшенә яуаплы ҡарай.

Рима Ромжина, Өфөнөң 58-се лицейы директоры

Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, республика буйынса әлеге ваҡытта 8000 бала ковид менән сирләй, ә 80 меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһында киҫкен респиратор сирҙәр асыҡланған. Баш ҡаланың Максим Горький исемендәге гимназияла ла ауырыусы балалар сиге 20 проценттан юғары.

М. Горький исемендәге 3-сө гимназия алдында балалар тауышын ишетмәҫһең. Белем биреү учреждениеһындағы 2 125 уҡыусы дистанцион форматта белем ала. 87 уҡытыусы ике сменала дистанцион дәрестәр уҙғара.

Гөлназ Садиҡова 4 синыфтарға башҡорт теленән он-лайн форматта белем бирә. Гимназистар бындай ысулды өсөнсө тапҡыр ҡуллана. Уҡыусылар бөтәһе лә планшеттар һәм интернет менән тәьмин ителгән. Малай-ҡыҙҙар алдында иғтибар менән тырышып белем алыу бурысы тора, ти педагогтар.

Күмәк бала тәрбиәләгән Хәлитовтарҙың ике балаһы ла өсөнсө гимназия уҡыусылары. Данис етенсе, ә Диләрә дүртенсе синыфта белем ала. Дистанцион форматта уҡыусы балаларға ата-әсәләре лә ҙур ярҙам күрһәтә.

Хәлитовтар ғаиләһе балаларын техник йыһаздар, компьютер, планшеттар менән тулыһынса тәьмин иткән, интернет бәйләнеше лә даими.

Аҙна буйына йорт шарттарында белем алыусы балаларын өлкәндәр һәр яҡлап дәртәндереп, кәңәштәр биреп тора.

Пандемияның бишенсе тулҡынында балаларға ла, уларҙың ата әсәләренә лә еңелдән түгел. Ғаилә башлыҡтары бер төптән булып, ауыр осорҙа балаларына терәк булып, ярҙам ҡулы һуҙһа, бөтәһе лә яҡшы буласаҡ. Нисек кенә булмаһын, дистанцион белем алыу үҙенә күрә ҙур хеҙмәт бит.

Февраль – мәғариф өлкәһе өсөн ҡатмарлы ай булды. Был ауырлыҡтар тиҙҙән артта ҡалыр,тип белдерҙе Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры.

Роспотребнадзор ҡарары нигеҙендә мәктәптәр элекңгерәк ике аҙнаға карантинға китә ине , ә хәҙер ете көнгә. Шуға ла ете көн үтеү менән беҙҙең балалар традицион уҡыу ысулына ҡайтасаҡ, мин уларҙың тиҙерәк һауығыуҙарын теләйем.

Айбулат Хажин, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры

Дистанцион уҡыу форматына күсеүҙе был юлы уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа еңел кисерҙе. Иң мөһиме сараһыҙҙан он-лайн белем биреүгә күсеп тороу белем сифатына ғына насар йоғонто яһамаһын.

Гүзәл Борханова