КХЛда даими беренселек туҡтатылды, "Салауат Юлаев" плей-офта "Себер" менән осраша

Континенталь хоккей лигаһы даими чемпионатты ваҡытынан алда тамамлау тураһында иғлан итте. Плей-офф 1 мартта башлана. Унда ҡатнашыусылар уйындарҙа алынған мәрәйҙәр процентына ҡарап билдәләнде. Бынан тыш, "Салауат Юлаев"тың "Трактор"ҙан техник еңелеүе ғәмәлдән сығарылды, ошо сәбәпле юлаевсылар турнир теҙмәһендә "Аҡ барыҫ"тан юғарыраҡ урынлаша һәм плей-офта Новосибирск хоккейсылары менән осраша. Көнсығыш конференцияһының ярым финалына сығыу  өсөн шулай уҡ  Магнитогорскиҙан "Металлург" һәм  Ҡаҙағстандан "Барыҫ", Силәбенең "Тракторы" һәм Түбәнге Каманан "Нефтехимик",  Ҡазандан "Аҡ барыҫ" һәм Омскиҙан "Авангард" көс һынаша.