Өфөнән Семен Елистратов Олимпиадала ил командаһының ярыштан ситләтелеүенә бәйле фекерен әйтте

Шорт-трек буйынса ҡатнаш эстафетаның ярым финалында  беҙҙең команда  4-се урын алды,  әммә судьялар Рәсәй спортсыларын артабанғы ярыштан ситләтеү тураһында  ҡарар ҡабул итте. Семен Елистратов судъялар ҡарары  менән килешеүе,  ярыш барышында Рәсәй  спортсылары ҡағиҙәне боҙоуы - Ҡытай  вәкилдәренә  ҡамасаулауы тураһында  белдерҙе.  "1 мең ярым метрға  ярыш буласаҡ,  еңеү өсөн  көрәшәсәкмен, тине  Семен Елистратов. Пекинда  Олимпия уйындары  дауам итә, Рәсәй командаһы әлегә  1 көмөш һәм  1 бронза миҙал яуланы.