Башҡортостан халҡы һауала химия еҫенә зарлана

Премьер-министр Андрей Назаров  етәкселегендә  үткән  кәңәшмәлә Өфөлә, Өфө районында, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы экологик хәл ҡаралды. "Инцидент-менеджмент" системаһына был ҡалаларҙа йәшәүселәрҙән  186 мөрәжәғәт килгән. Халыҡ һауала химия еҫенә зарлана. Әле был ҡалаларҙағы һауа сифаты лабораторияларҙа анализлана. Кәңәшмәлә халыҡ өсөн даими брифингтар ойошторорға. Ваҡытында дөрөҫ мәғлүмәт бирергә тәҡдим ителде. Был тәҡдим хупланды. Андрей Назаров һауа сифатын даими тикшерергә ҡушты. Экологик хәл буйынса киләһе кәңәшмә март айында уҙғарыла.