Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар һаны тағы артты

Үткән тәүлектә 2 мең 103 кешелә вирус барлығы асыҡланған, 6 кешенең ғүмере өҙөлгән. Пандемия башланғандан алып, йоғошло сир менән ауырыусылар 143 меңдән ашты. Был турала бөгөн Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә вице-премьер – Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Әле дауаханаларҙа – 258, өй шарттарында 14 мең самаһы сирле дауалана. Стационарҙағы 28 кешенең хәле ауыр тип баһалана.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республикала коронавирустан вакцинаның ике өлөшөн яһатыусылар 90 процентҡа яҡынлаша. Бөгөнгә 2 миллион 229 мең самаһы кеше иммунизацияны тулыһынса үткән. Республикала 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларҙы вакциналау дауам итә. Бөгөнгә 2 мең 220 бала “Спутник М” вакцинаһын эшләткән.