Бөгөн Өфөләге Валериан Альбанов исемендәге Ҡотопсылар музейына яңы экспонат өҫтәлде

Ул ағас карап. Кәмәнең моделен “Йәшлек” газетаһы хәбәрсеһе Айбулат Ишназаров эшләгән. “Быға тиклем самолет һәм автомобилдәрҙең бәләкәй вариантын яһай инем. Хәҙер суднолар эшләй башланым. Был карап музейға тапшырылған икенсе ҡомартҡым”, - ти оҫта.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ҡотопсылар музейында 100-ҙән ашыу артефакт менән танышырға була. Иң ҙур ҡомартҡы – 19-сы быуатҡа ҡараған адмиралтейство якоре. Ул Өфөнөң яңы арт-объекттарының береһе булараҡ танылыу яуланы. Рәсәй ҡотопто үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Беҙҙең ил Арктика Советына рәйес булып һайланды. Ул 2023 йылға тиклем етәкселек итә.