Радий Хәбиров "Өфө" аэропортын үҫтереү буйынса фекерен белдерҙе

Республика Башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса уҙған йылды "Өфө" аэропорты Рәсәй эсендә 3 миллион 362 мең пасссажирҙы хеҙмәтләндергән, халыҡ-ара рейстарҙа "Өфө" аша 637 мең кеше үткән. Быйыл  Өфөнән Рәсәйҙә халыҡ һаны миллиондан артҡан бөтә  ҡалаларға рейстар асыу көтөлә. Санитар-эпидемиологик хәл яҡшырһа, Вена, Тель-Авив, Нурсолтан менән авиация бәйләнеше булдырыла, тип яҙа Радий  Хәбиров.