Ишембай районында хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙҙар ҡышҡы балыҡ ҡармаҡлау менән шөғөлләнә. Ағиҙел йылғаһында алабуға, сабаҡ һәм йәйен тоторға була, ти улар. “Килгәс тә мәке уябыҙ. Елдән ышыҡланыу өсөн сатыр ҡорабыҙ һәм иң күңелле эш башлана”, - ти Гөлсирә Шафиҡова. Уға балыҡ тотоу серҙәрен тормош иптәше өйрәткән. Саф һауала балыҡ ҡармаҡлау сәләмәтлек өсөн файҙалы тигән фекерҙә ул.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтГөлсирә Шафиҡова һәм уның әхирәттәре районда балыҡ ҡармаҡлау буйынса ойошторолған ярыштарҙа еңеү яулап килә. “Пенсияға сыҡҡас тормош башлана ғына. Балыҡ ҡармаҡлау иһә хәҙер беҙҙең йәшәү рәүешенә әйләнде”, - ти Надежда Дудова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт