Инвалидтарға «Яңы мөмкинлектәр» проекты ярҙам килә

Тыумыштан менталь инвалидлыҡҡа дусар булған балаларға һәм йәштәргә «Яңы мөмкинлектәр» проекты. Ул Рәсәй Президенты менән Башҡортостан Башлығы гранттарына тормошҡа ашырыла. Йорт шарттарында үҙаллы йәшәү күнекмәләрен өйрәнеүсе ҡыҙҙар янында БЮТ каналының ижади төркөмө лә булды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Серафимовка балалар йорт-интернатынан килгән дүрт ҡыҙ йорт шарттарында тәүге тапҡыр. Ҡыҙҙар береһенән-береһе уҙҙырып төшкө аш әҙерләшә. Меню буйынса турамалар ҡырға. Борщ өсөн кәбеҫтә быҡтыралар, Зилә менән Кристина кишер һәм картуф әрсергә ярҙамлаша. Аш-һыу бүлмәһендә күнекмәләр остаздары етәкселегендә үтәлә.

Аш-һыу бешерешергә ҙур теләк менән ҡушылдым. Уҡытыусы етәкселегендә беҙ төшкө ашҡа борщ бешерәбеҙ.

Зилә

Бында эшкә өйрәнеү өсөн бөтә шарттар бар. Өлкәндәр ҙә беҙҙең тырышлыҡты яҡшы баһалай. Маҡтап та ебәрәләр.

Кристина

Ҡул эштәренә өйрәтеү өсөн биш оҫтахана асылған. Бынан тыш, йәштәр һынлы сәнғәт, һүрәт төшөрөү серҙәрен дә бик теләп үҙләштерә. Балаларҙы 20 кешенән торған берҙәм команданың социаль-педагогтары үҙ аллы тормош көтөүгә һәм тәрбиә нигеҙҙәренә өйрәтә. Йөҙөү буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы Настя Сәхәпова спорт күнекмәләренән бушап торған бик әҙ генә ваҡытта ҡулына ҡыл ҡәләмен ала.

Мин йөҙөргә, саңғы шыуырға яратам. Киләсәктә йөҙөү буйынса донъя чемпионы булғым килә. Ә һүрәт төшөрөүгә килгәндә, был шөғөл миңә бик оҡшай. Мин хатта таңғы етелә тороп һүрәт төшөргәнем бар.

Настя Сәхәпова, йөҙөү буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы

Менталь мөмкинлектәре сикләнгән йәштәрҙе үҙ аллы тормошҡа әҙерләүҙә торлаҡ фондында булмаған өс бүлмәле фатир ҡулланыла. Был майҙан ҡала хакимиәте тарафынан бүленгән. Уҡыу фатиры инвалид балалар тәрбиәләүсе ата-әсәләрҙең «Содействие» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Людмила Сәхәпова тырышлығы менән 2019 йылдың 5 сентябрендә асылған.

Бында балалар ата-әсәләрһеҙ, педагог оҙатыуында килә. Беҙҙең маҡсат уларҙы үҙ аллы тормошҡа өйрәтеү. Социаль хеҙмәткәрҙәр йәштәрҙе улар быға тиклем таныш булмаған һөнәрҙәргә өйрәтә.

Людмила Сәхәпова, инвалид балалар тәрбиәләүсе ата-әсәләрҙең «Содействие» төбәк ойошмаһы рәйесе

Менталь мөмкинлектәре сикләнгән йәштәр йорт шарттарында ике аҙна буласаҡ. Педагог-остаздары Елена Васильева менән бергә ҡул эштәренә ылығыуҙан тыш, тормош-көнкүреште алып барыу, үҙеңде тәрбиәләү, гигиена нигеҙҙәренә лә өйрәнәсәк. Шулай уҡ программала Өфөнөң мәҙәни усаҡтары менән таныштырыу, кинотеатрҙарға йөрөтөү ҙә ҡаралған.

Уҡыу фатирында балалар тәрбиәселәр оҙатыуында йәшәй. Был фатирҙа балалар үҙҙәрен йорттағы кеүек уңайлы тойһон өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. «Яңы мөмкинлектәр» проекты аша балалар үҙ аллы йәшәү алымдарына, тормошта юғалып ҡалмаҫҡа өйрәнә.

Гүзәл Борханова