65 йәшлек Анна Луняшинаның аяныслы яҙмышы тураһында беҙҙең телеканал күрһәткәйне инде. Әлеге ваҡытта ул тормош иптәше менән коммуналь фатирҙа йәшәй. Торлаҡта хатта йыуыныу бүлмәһе лә юҡ. Иҫке йортта йәшәүсе ханымды тормош иптәше уны 3-сө ҡатҡа тиклем күтәреп мендерергә мәжбүр.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБөгөн Анна Луняшинаның законға ярашлы фатир алыу мәсьәләһе сираттағы суд ултырышында ҡаралды. Әммә эшкә нөктә ҡуйылманы. Уның торлаҡҡа сиратта нисәнсе тороуын билдәләү өсөн, ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәтнамә ебәрелде. Киләһе ултырыш 21 февралгә билдәләнде.