Өфөләге Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейы яңы экспонат менән тулыланды

Хәҙер Арктиканы үҙләштереү тарихына арналған күргәҙмә залында 18-cе быуатта Бөйөк Төньяҡ экспедицияларында киң ҡулланылған дубель-шлюпканың макеты менән танышырға мөмкин. Бәләкәй судноның моделен журналист Айбулат Ишназаров эшләгән. Һәләтле коллегабыҙ менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина аралашты.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Рәсәй император флотына ҡараған хәрби судно. Айбулат Ишназаров 1736 йылғы дубель-шлюпканың бәләкәй күсермәһен яһап, уның Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейында исем туйын үткәрҙе .

Диңгеҙ аша Америка һәм Японияға тиклем. Дубель-шлюпка ярҙамында ойошторолған эскпедициялар барышында Аляска, Көньяҡ Курил утрауҙары асылып, картаға төшөрөлә. Төньяҡ боҙло океандың яр буйы айырым участкалары ентекле өйрәнелә. Айбулат Ишназаров та судно макетын яһағанда тарихи сығанаҡтарға таянып эшләгән. Моделды йыйыуға ни бары бер ай ваҡыт талап ителгән.

Айбулат Ишназаров моделдәр яһау менән унынсы йыл шөғөлләнә. Башта самолет, автомобилдәр йыйһа, хәҙер хәрби-диңгеҙ флоты менән ҡыҙыҡһына. Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейы оҫтаға суднолар макетын эшләүгә ҙур заказ биргән. Тиҙҙән ул шхуна, йәғни ике-өс елкәнле кәмәнең бәләкәй күсермәһен яһап, халыҡ иғтибарына тәҡдим итәсәк.

Башҡортостанда судно моделдәрен яһаусы оҫталарға ихтыяж юғары. Үҫеп килгән быуынды был эшкә ҡыҙыҡһындырыу маҡсаты менән «Төньяҡ балҡышы» тип исемләнгән конкурс тергеҙелә. Бәйгегә мартта старт биреләсәк. Ойоштороусы булараҡ Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейы, төбәктең мәғариф һәм фән, мәҙәниәт министрлыҡтары сығыш яһай. Мәктәп уҡыусылары һүрәт төшөрөү, эссе яҙыу буйынса ла көс һынашасаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина